Новости Баш. версия
27 сентябрь көнө «Тура-хан» визит-үҙәгенең амфитеатры шундай йылылыҡҡа күмелде, хатта тыштағы һауа торошон бөтөнләй оноттолар.
2025-10-28 17:10
Музей
Талантлы инструменталистар Раян Хуснуллин һәм Арслан Умурзаков виртуозно тамашасыларҙы лирик һәм тетрәндергес мелодияларҙан дәртле ритмдарға алып барҙы. Ә Расим Лугаманов башҡарған көслө ударлы инструменттар аккомпанементы традицион музыкаға ғәжәйеп динамика һәм заманса яңғыраш өҫтәне.
Кисә музыкаға тәрән инеү менән башланды, ә аҙаҡтан ысын мәғәнәһендә бейеү фейерверкы менән тамамланды. Тамашасылар бары тик тыңлап ҡына ҡалманы – улар һәр тауышты тойоп йәшәне. Артистар бейергә тәҡдим иткәс, зал шунда уҡ яуап бирҙе.
«Урамда һалҡын булыуын хәтерләмәнек, бейеүҙәр арҡаһында күңелде генә түгел, тәнде лә йылытып торҙо». — шундай тәьҫораттарҙы шәмбе концертына килгән ҡунаҡтарҙың береһе үҙе менән алып китте.
Беҙ Арслан Умурзаковтан кисә тураһында тәьҫораттарын һораныҡ.
🗣️ «Интерактив бик яҡшы үтте, кешеләр бейене! Без һыуытмаҫҡа тырыштыҡ, һауа торошона ҡарамаҫтан. Йәйҙә беҙ бында бергәләп сәй ҙә эскәнбеҙ, бик ҡояшлы ине. Ә бөгөн бейеүҙәр шулай булды, һалҡын тураһында хәтерләмәнек».
Тере музыка, бигерәк тә шундай ихлас һәм көслө музыка, берҙәмлек атмосфераһын булдырырға һәләтле. Беҙ менән булған һәр кемгә рәхмәт!
Фотоһы: https://vk.com/album-226634666_310226848