Новости Баш. версия
🏺 Терелгән керамика: «Тура-хан» визит-үҙәге экспозицияһында археологик һауыттарҙың репликалары
2025-11-19 10:50
Музей
Евразия күсмә цивилизациялар музейының «Тура-хан» визит-үҙәгендәге «Артефакттарҙа һаҡланған ваҡыт» күргәҙмәһе сиктәрендә археологик һауыттарҙың репликалары тәҡдим ителде. Был реконструкциялар Көньяҡ Уралдың боронғо оҫталарының ысын технологияларын ҡулланып эшләнгән һәм тамашасыларға баҡыр быуаттан алып Алтын Урҙа осорона тиклем керамика етештереү эволюцияһын яҡшыраҡ аңларға мөмкинлек бирә.
Репликаларҙы боронғо керамика белгесе, Өфө фән һәм технологиялар университетының археология лабораторияһы мөдире Вадим Мөхәмәтдинов эшләгән. Һауыттарҙы ҡыҙҙырыу эше 12 октябрь визит-үҙәк майҙансығында үткән керамика оҫтаханаһы барышында башҡарылған. Ҡатнашыусылар усаҡта ҡыҙҙырыуҙы – һауыттарға тап-тап буяу биреп, урта быуаттарға тиклем ҡулланылған ысулдарҙы сағылдырған традицион ысулды күҙәткән.
Был технологияның көтөлмәгәнлегенә ҡарамаҫтан, ҡыҙҙырыу эше уңышлы үткән, һәм репликалар экспозицияла урын алған. Музей хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, археологик коллекциялар менән эшләгән тәжрибәле ҡайһы бер тамашасылар был реконструкцияларҙы ысын артефакттарҙан айыра алмағандарын билдәләгәндәр. Был һөҙөмтә эштә ҡулланылған технологияларҙың ысынлығы менән туранан-тура бәйле.