Новости Баш. версия
21 августа Тура-хан Визит-үҙәгендә милли аш-һыу фестивале үтә
2025-08-22 16:55
Был көндө Визит-үҙәк кулинарҙарҙы, артистарҙы һәм һөнәрселәрҙе йәлеп итеү урыны була. Сара ҡунаҡтары милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте, йәрминкәгә, оҫталыҡ дәрестәренә һәм амфитеатрҙағы концертҡа барҙы.
Фестиваль сиктәрендә донъялағы иң ҙур тултырылғанбауыҡ — омлет менән тултырылған ҡош — башҡорт аш-һыуы әҙерләнде. Шишмә һәм республиканың башҡа райондарынан һөнәрселәр һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре халыҡ сәнғәте һәм ижады тематик күргәҙмәләрен ойошторҙо. Концертта ҡунаҡтар өсөн «Гөлнәзирә» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, «Ҡуштирәк» татар фольклор ансамбле һәм шишмә мәҙәниәт һарайы артистары сығыш яһаны.
Фестивалде ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға сағыу һәм мауыҡтырғыс ваҡиға өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!