Афиша Баш. версия

«Башҡорт кейеҙе» төбәк-ара кәсепселек симпозиумы

Хөрмәтле дуҫтар! 2026 йылдың 15-17 майында Бөтә Рәсәй «Музей төндәре» акцияһы сиктәрендә Евразия күсмә цивилизациялар музейының «Тура-хан» визит-үҙәгендә (Башҡортостан Республикаһы, Шишмә районы) «Башҡорт кейеҙе» төбәк-ара кәсепселек симпозиумы үтә.

Проект тураһында

Симпозиум Евразия киңлегенең рухи һәм матди мәҙәниәтен популярлаштырыуға арналған.
Төп маҡсат – сохранение и развитие уникаль кейеҙ эшләү кәсебен һаҡлау һәм үҫтереү, боронғо технологиялар тарихына һәм һәләтле оҫталарға ярҙам итеүгә иғтибар йәлеп итеү.

Программала:

Һеҙҙе бай мәҙәни-белем биреү программаһы көтә. Музей ҡунаҡтары традицион кейеҙ әйберҙәрҙең эшләнешен күрә аласаҡ.

Халыҡ өсөн оҫталыҡ дәрестәре: Тәжрибәле оҫталар етәкселегендә боронғо кейеҙ балаҫтарҙың һәм эйәр аҫтына һалынған кейеҙ япмаларҙың (сергетыш) реконструкцияһын (репликаһын) эшләп ҡарарға мөмкин.


Эшләү ысулдары: Еүеш кейеҙ баҫыу, биҙәк баҫыу, аппликация, мозаика, инкрустация һәм кейеҙгә сигеү.

Лекциялар һәм түңәрәк өҫтәл: Кәсепте һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу.

Күргәҙмә: Симпозиум йомғаҡтары буйынса, 20 майҙан, сара барышында эшләнгән әйберҙәрҙең күргәҙмәһе эшләй башлай, улар музей коллекцияһын тулыландырасаҡ.

Кемдәр ҡатнаша ала?

Сараға Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән халыҡ оҫталары, профессиональ һәм йәш рәссамдар саҡырыла.

Ҡатнашыуға заявкалар 19 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Ойоштороусылар һәм партнерҙар:
Ойоштороусы: «Евразия күсмә цивилизациялар музейы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы.
Партнерҙар: «Ағиҙел» художество промыслалары» дәүләт унитар предприятиеһы, Шишмә районы хакимиәте, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы, «Мең ырыуҙары» төбәк берекмәһе һәм башҡалар.
Үткәреү урыны: «Турахан» визит-үҙәге, Евразия күсмә цивилизациялар музейы, , Шишмә районы, Башҡортостан Республикаһы
Ваҡыты: 2026 йылдың 15-17 майы.

Тарих һәм мәҙәниәт донъяһына бергә сәйәхәт итәйек! Оҫталыҡ дәрестәренә бәйле яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ.