Прокудин-Горский Сергей Михайловичтың Фотолары, Рәсәйҙә төҫлө фотографияның пионеры. Прокудин-Горский XX быуат башында Рәсәй империяһының күп кенә губерналары буйлап сәйәхәт итә һәм үҙәк Рәсәйҙә, Шулай уҡ Кавказда, Уралда, урта Азияла йөҙләгән уникаль төҫлө һүрәттәр төшөрә.
Фотоһүрәттәр төшөрөлгәндән һуң бер йыл үткәс, мөфтөй Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәрип Улы Солтанов инициативаһы буйынса, дини община аҡсаһына Хөсәйенбәк мавзолейы Болғарҙа (Татарстан) хан ҡәберлеге өлгөһөндә реконструкциялана. Башта мавзолей архитектураһы Тура хан мавзолейына оҡшаш булған тип иҫәпләнә.