Программала заманса эшкәртелгән башҡорт халыҡ көйҙәре, шулай уҡ композитор Урал Иҙелбаевтың әҫәрҙәре яңғыраны. Публика алдында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Евгений Чугаев (думбыра) һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Алиса Яҡшыдавлетова (ҡыл-ҡубыҙ) сығыш яһаны.
🗣️ Алиса Яҡшыдавлетова сығыштан һуң үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
«Беҙгә был майҙанда уйнау бик оҡшаны, сөнки атмосфераһы бик шәп ине. Тыңлаусыларға ҙур рәхмәт, улар бик тәмләп һәм хисләнеп тыңланы... Был сығыштан алынған тойғолар бик ыңғай. Кешеләргә инструменталь музыканы тыңлау ҡыҙыҡлы булыуы ҡыуаныслы».
Был тыныс һәм сағыу концерт тере тауыштың көсөн һәм артистар бик ҡәҙерләп һаҡлаған һәм шундай оҫталыҡ менән үҫтергән мәҙәни йолаларҙың матурлығын иҫкә төшөрҙө.
Фотоһы: https://vk.com/album-226634666_310140688