Монгол империяһы территорияһына дүрт улус инә: Джучи Улусы(Алтын Урҙа), Сағатай улусы, Хулагундтар Дәүләте һәм Юань Империяһы. Империя XIII быуат башында, монголдар йәнәсәй ҡырғыҙҙарын һәм Көньяҡ Себерҙең һәм Көнсығыш Ҡаҙағстандың башҡа халыҡтарын буйһондорғас, формалаша башлай. Һуңынан тангуттар батшалығы һәм Ҡытай яулап алына, Көньяҡ Себер, Ҡаҙағстан һәм Урта Азия территорияһы баҫып алына. Артабан монголдар Афғанстанға, Һиндостанға, Иранға юллана, Кавказға һәм Көнсығыш Европаның көньяғы далаларына баҫып инә.
Джучи улусы империяның иң ҙур улустарының береһе була, Себер, Урал, Волга буйы, Ҡара Диңгеҙ Буйы, Каспий Буйы, Урта Азия, Кавказ киңлектәрен биләй. XIII-XV быуат документтарында бында йәшәгән этник һәм ҡәбилә берләшмәләре телгә алына: алшындар, арғындар, барындар, башҡорттар, дербеттар, дулаттар, ҡатағандар, ҡараҡытайҙар, ҡыпсаҡтар, коныраттар, ҡаңлылар, кенегес, кереиҙар, кереиттар, кияттар, мажарҙар, мангыттар, наймандар, сәйҙәр, ойраттар, уактар, уйсундар, уйғырҙар, киңлектәр.
XIII быуатта Монголдар баҫып инеү барышында көньяҡ Уралдың башҡорт ҡәбиләләре, күршеләренең күпселеге кеүек үк, Монгол империяһына бәйлелеген таный. Берәүҙәр быны ирекле рәүештә, икенселәре туранан – тура хәрби баҫым аҫтында эшләй.